募捐 9月15日2024 – 10月1日2024 关于筹款

Башҡорт халыҡ ижады. Том 1: Йола фольклоры

Башҡорт халыҡ ижады. Том 1: Йола фольклоры

Сөләймәнов Ә.М. (ред.).
你有多喜欢这本书?
下载文件的质量如何?
下载该书,以评价其质量
下载文件的质量如何?
Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте. – 1995 йыл. – 560 бит.Сулейманов А.М. (ред.). Башкирское народное творчество. Том 1: Обрядовый фольклор (на башкирском языке).Материалды һайлаусылар, төҙөүселәр, аңлатма биреүселәр, инеш мәҡәлә авторҙары Әхмәт Сөләймәнов менән Розалиә Солтангәрәева.
Был китапҡа, нигеҙҙә, һуңғы ваҡытта йыйылған башҡорт халыҡ йолалары һәм уларҙы үтәүгә бәйле поэтик өлгөләр тупланды. Күбеһе тәү тапҡыр баҫыла.
Башҡорт халҡының йола фольклоры миҙгел һәм ғаилә-көнкүреш фольклорына бүленә. Ә уларҙың тамырҙары мифологик ҡараштарға барып тоташа. Йола фольклоры үҙенең ижадсыларының көнкүрешен, хеҙмәт тәжрибәһен сағылдыра. Үҙе һәм үҙенең мал-тыуарының сәләмәтлеге, быуындар алмашыныуы, хужалыҡтағы уңыштар хаҡында ҡайғыртып, башҡорттар илаһи көстәрҙең күңелен табырға тырышыр булған. Улар хөрмәтенә байрамдар ойошторған.
Тирә-йүнде оҙайлы күҙатеүҙәре һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең кәсептәре өсөн уңай һәм уңай булмаған шарттарҙы көнэлгәре билдәләргә өйрәнгәндәр. Күпҡырлылыҡ, күптөрлөлөк йәһәтенән
ғаилә-көнкүреш, бигерәк тә туй йолалары, ныҡ айырылып тора. Ә туй төшөнсәһе, киң мәғәнәһендә, үҙ эсенә тыуым, ғаилә ҡороу һәм ҡайтмаҫ юлға оҙатыуға бәйле тантаналарҙы, тар мәғәнәһендә— никахлашыуға бәйлеләрен генә ала: ике ырыуҙа бер мәлдә тыуған малай менән ҡыҙ балаға ҡырҡ көн булғас та, бишек туйы; үҫмер саҡҡа аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан — һырға туйы; ҡыҙ ҙа, егет тә бәлиғенә инеүгә никах туйы үткәрелер булған. Традицион йола менән уны оҙатып килеүсе фольклорға, айырыуса күмеү-ерләү менән бәйлеләренә, исламдың йоғонтоһо була. Әммә улар үҙҙәренең нигеҙҙәре менән үҙ аллы ерлеген һаҡлап ҡалған һәм башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең мөһим бер өлкәһен хасил итә.
语言:
bashkir
ISBN 10:
5295013936
ISBN 13:
9785295013935
文件:
DJVU, 7.74 MB
IPFS:
CID , CID Blake2b
bashkir0
线上阅读
正在转换
转换为 失败

关键词